Байрамдар
19 Август 2023, 03:45

Башлыҡты көткәндә

Бөгөн Күмертауға Р. Хәбиров килә. 

Башлыҡты көткәндәБашлыҡты көткәндә
Башлыҡты көткәндә
Аҙаҡҡы көндәрҙәге барлыҡ ығы-зығы (коммунальниктар, ремонт эшләгән төҙөүселәр йүгереште генә) ошо ваҡиғаға бәйлелер, моғайын.
Сәбәп бигерәк матур - бөгөн ҡаланың ҙур юбилейы. Был датаны билдәләп китмәһәң, яҙыҡ булыр. Байрам программаһы елле генә, төшкә тиклем күңел асыуҙар КүмАПП биләмәһендә үтәсәк, төштән һуң ҡаланың үҙәге гөрләйәсәк. Сәғәт биштә сараның танатаналы өлөшө башлана, аҙаҡ концерт, салют... 
Күмертау бөгөн иртүк торҙо, ваҡыт аҙ ҡалды, төҙәтеп өлгөрмәгән ерҙәрен төҙәтеп, таҙартып, шымартып өлгөрөргә кәрәк.  
Тирмәләр ҙә (өсәү) әҙер торалар - тиҙҙән дәртле тауыштар ҡаланы тултырасаҡ: һыуәйҙәгеҙ, ҡунаҡтар, һаумыһығыҙ, түрҙән үтегеҙ, Радий Фәритович! 
Автор:
Читайте нас