Байрамдар
23 Августа 2023, 03:15

Яҡут урамдары буйлап

Вилсәпиттә уҙышҡандар.

Яҡут урамдары буйлапЯҡут урамдары буйлап
Яҡут урамдары буйлап
Кисә Рәсәй флагы көнө булды. Һәр кем был байрамды, нисек булдыра ала, шулай үткәрҙе. Күбеһенсә, ялҡынлы телмәр тоттолар, флаг тараттылар, фотоға төштөләр (быныһы иң мөһим өлөшө).
Яҡуттар яҡутса байрам иткән, вилсәпиттә уҙышҡан. Был техника хәҙер һәр кемдә тиерлек бар, бензин кәрәкмәй (бензинға хаҡ быйылғы йәйҙә туғыҙ тапҡыр артты!), һаулыҡҡа файҙалы. 
Был сара барыһын берләштергән - йәшен-ҡартын, ир затын, ҡатын затын.  
Әллә күпме ғүмер уҙыр, әммә был байрамды яҡуттар мәңге иҫләр.
- 2023 йылдың 22 авгусын хәтерләйһеңме?
- Әлбиттә, - тип яуап бирерҙәр, бер минут та уйланып тормайынса,  - ул көндө мин ауылым урамдары буйлап вилсәпиттә елгәйнем. 
Автор:
Читайте нас