

Йәнгә шул тиклем яҡын кешеләрҙең йөҙҙәрен күреп, улар менән бергә шатландыҡ. Күмертау лицейсыларының ҡыуаныр, маҡтаныр урындары бар - өлгәш һәйбәт, етмәһә, былтыр, елле итеп, ремонт яһап ташланылар - уҡы ғына. Бөгөн элекке директор, хәҙер инде Өфө урамдарын тапаған Рөстәм Баянов та килгәйне, тыуған йортона ҡайтып төшкәндәй, шатлығын йәшерә алманы. Теләктәре лә бик изге: юлдарығыҙ хаҡ (аяғына баҡты - унда аҡ ботинка), бәхетегеҙ аҡ булһын, балалар!