

Шулай ҙа, 13-сө һанлы М.Исҡужин исемендәге прогимназияла уҙған байрамға еткәне юҡтыр. Уларҙың байрамса кәйефен, хатта ямғыр тамсылары ла боҙа алманы.
- Бөгөн шул тиклем шатлыҡлы көн, быны күктән яуып торған бәрәкәтле ямғыр тамсылары ла дәлилләй! Был байрамды оло ҡыуаныс менән ҡаршы алабыҙ. Илебеҙ, телебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйгән ата-әсәләр ҙур ышаныс менән кескәйҙәрен беҙҙең мәктәпкә алып килә. 2010 йылда мәктәбебеҙгә барлығы 116 бала аяҡ баҫһа, бөгөнгө көндә уҡыусыларыбыҙ һаны 200-ҙән ашты тип ғорурланып әйтә алабыҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән! - тип сәләмләне байрам ҡунаҡтарын прогимназия директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әнисә Түләгәнова.
Тантана моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм шиғырҙар менән дауам итте. Байрам, ошо мәктәпте булдырыусы, милли мәғарифты үҫтереүгә ҙур көс һалыусы бөйөк шәхесебеҙ Мөхәммәт Исҡужинға баш эйеп, сәскәләр һалыу менән тамамланды.