Байрамдар
8 Сентябрь 2023, 07:11

Күберәк булһын ине

Бөгөн Республика политехник лицей-интернатында 5 б класс уҡыусылары менән Башҡортостан Республикаһы халыҡтары кейемдәре көнөнә бағышланған асыҡ дәрес үтте.

Күберәк булһын инеКүберәк булһын ине
Күберәк булһын ине

Дәрестә Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙ һәм ҡалабыҙҙың 3-сө һанлы китапханаһы милли бүлектәр мөдире Әлфиә Рәйес ҡыҙы саҡырылды. Ҡунаҡтарҙың сығышы, бигерәк тә милли кейемдәр тегеү оҫтаһы Әлфиә Рәйес ҡыҙның йөкмәткеле сығыштарын балалар яратып тыңланы. Класс етәксеһе Гөлназ Иҙелбик ҡыҙы балаларын ихлас әҙерләгән, милли кейемдәр кейгәндәр. Лицейыбыҙ директоры Венер Ришат улы ошондай асыҡ дәрестәрҙең күберәк уҙғарылыуын теләне. Уҡытыусы Азат Насретдин улына рәхмәт белдерҙе.

Автор:
Читайте нас