Үтеп барғанда ла күрә инек: урамдарын тултырып, федераль трасса буйлап, бал һатмаған йорт-ихата юҡ. Ә бөгөн быларҙың барыһын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Серҙәрен дә астылар: кем нисек итеп бал ҡортон тәрбиәләй, сәк-сәк бешерә, бәшмәк тоҙлай, шәмдәр, һабын яһай...
"Айыҡ ауыл" конкурсын, шулай итеп, отрадалар башлап ебәрҙе. Ҡунаҡтар үлтерә яҙып маҡтаны барыһын, бигерәк тә, маҡтау аш-һыу өҫтәле янына ултырышҡас, көсәйҙе. Кисә генә С. Кузнецов ауыл башлығы булып һайланды, уны дәртләндерҙеләр, давай, эшлә, ана, яныңда ярҙамға Г. Майорова (элекке башлыҡ) бар.
Туҫтаҡтар айыҡлыҡ өсөн күтәрелде. Эсмәй йәшәйек, иптәштәр. Янда нарколог Эльвира Зиатдинова ла бар. Унан әрләнмәйек, унда дауаланмайыҡ.
- Һеҙҙәге бөтөн балды ситтән килтереп һаталар тиҙәр, дөрөҫмө ул? Теге яңы сыға башлаған Москвич машинаһы һымаҡ, имеш, исеме генә Әтрәт балы, ә ысынында, ситтән килтерелгән?
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.