Байрамдар
10 Ноября 2023, 06:34

Байрамыбыҙ менән, коллегалар!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлек начальнигы Азат Манғотов:

Байрамыбыҙ менән, коллегалар!Байрамыбыҙ менән, коллегалар!
Байрамыбыҙ менән, коллегалар!
- Бөтөн составты байрам менән ҡотлайым!
Барлыҡ әҙәми затҡа нимә кәрәк, беҙ ҙә шуға мохтаж - һаулыҡ, бәрәкәт, ғаилә именлеге, ошоларҙың барыһын да полиция хеҙмәтҡәрҙәренә теләйем. 
Быйыл, Аллаға шөкөр, беҙҙең хәлдәр былтырғыһынан яҡшыраҡ. Былтыр ауыр енәйәттәр булды, быйыл - юҡ. Нимәһе үҙәккә үтә, телефон, интернет аша кешене алдауҙар. Был күренеш тә беҙҙә аҙ, дөрөҫөн әйткәндә, кешеләр аҡыллыраҡ була бара, алдана яҙғанын да почта йәки банк хеҙмәтҡәрҙәре туҡтатҡаны бар, рәхмәт уларға. Урлашыуҙар күбәйҙе. Мәҫәлән, малдарҙы ҡыуып алып китеүҙәр. Әле ҡарайым, ялан-баҫыу буйлап һаман булһа берәҙәк малдар йөрөй, кеше бошмаҫ бигерәк. Киров исемендәге хужалыҡтың аттарын алып киткәйнеләр, хәбәр иттеләр: Һарыҡташ яҡтарында күргәндәр. Бәхеткә ҡаршы, аттар кире ҡайтты, ә ҡайтмаған малдар һаны күпме? Бындай енәйәттәрҙе асыуы бик ауыр.
Эскән килеш рулгә ултырғандар кәмемәй. Язаһы ла ҡаты, әммә, аңламағас, аңламайҙар. Кемдер һалмыш көйөнсә руль артына ултыра икән, хәбәр итегеҙ, был стукачествоға инмәй, ә кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу тигәнде аңлата. Аҙаҡ ошо иҫерек водитель дә һеҙгә рәхмәт әйтәсәк, уны бәләнән йолоп ҡалғанығыҙ өсөн. Байрамға бәйле уйҙарым ошо, ауырлыҡтарыбыҙ беҙҙең бөтмәҫ, ғүмерҙәрен беҙҙең һөнәргә бәйләгән барлыҡ егет-ҡыҙҙарға уңыштар теләйем. Байрамыбыҙ менән, коллегалар!  
Автор:
Читайте нас