Байрамдар
22 Декабрь 2023, 08:21

Яңы йыл кәйефе

Әкрен генә быйылғы йыл да аҙағына яҡынлаша. 

Яңы йыл кәйефеЯңы йыл кәйефе
Яңы йыл кәйефе

Тиҙҙән барыһының көтөп алған байрамы - Яңы йыл килеп етә. Кемдәрҙер байрам кәйефе юҡ, тип уфтана, етмәһә тышта һауа торошо ла әллә ни түгел. Ә ҡайһы берәүҙәр, бер нимәгә ҡарап тормай мөғжизәле байрам кәйефен үҙҙәре булдыра.
М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның 2-се корпусында эшләгән тәрбиәселәр һәм уларҙың ярҙамсылары бигерәк дәртле икән. Тышта ямғыр яуып, ҡарҙы иреткәнен күргәндәр ҙә, ҡышты саҡырырға, ҡар яуҙырырға теләп ҡышҡы әкиәт геройҙары булып, ҡупшы итеп кейенешеп алғандар. Ҡыш бабай, Ҡар һылыу, Ҡар бабай, ҡуянҡай балалар баҡсаһы тирәләй йөрөп, тәҙрә аша ауыҙ йырған балаларҙың кәйефтәрен күргәндәр.
Бала саҡта мөғжизәгә ышандыра, кескәйҙәр ҙә төрлө кейемдәр кейгән тәрбиәселәрен танымаған, уларҙы ысын тип уйлап, ихлас күңелдән ҡыуанышҡандар, тәҙрә аша уларға ҡул болғап, көлөшөп, ҡыуанышып бер булғандар.

Автор:
Читайте нас