

Һеҙгә Якут ауылы балалар баҡсаһы ата- әсәләре яҙа. Беҙҙә бөгөн балалар баҡсаһында Яңы йыл байрамы үтте. Байрам бик матур булды. Балаларыбыҙ шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бик күңелле булды. Ҡыш бабай бүләктәрен алып, балаларыбыҙ бик ныҡ шатландылар. Бүләктәрҙе Себерҙә йәшәүсе Мөхтәр Мөхәррәм улы Ялсыҡаев ебәргән. Мөхтәр абзый йыл һайын матур матур бүләктәр ебәреп тора. Быйыл да шул тиклем матур тәмле бүләктәре өсөн ҙур рәхмәт әйтәһебеҙ килә. Уға иҫәнлек, һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Бүләктәре өсөн ҙур рәхмәт!!!