Все новости
Байрамдар
22 Февраля , 12:41

Иң мөһим һүҙ

Керәүлелә бөгөн байрам.

Иң мөһим һүҙ
Иң мөһим һүҙ
Был байрам, хәйер, бер Керәүлелә генә түгел, бөтөн ил уны билдәләй - Ватанды һаҡлаусылар көнө (ҡыҙыл дата бөгөн булмаһа ла, сараларҙы алдан уҡ үткәрә башлайҙар).
Ошо уңайҙан беҙ бөгөн ошо ауылға юл тоттоҡ. Керәүле-Илюшкин мәктәбендә ҙур спорт сараһы, етмәһә, Ҡаҙарма, Уңғар балалары ла килгән. Өр-яңы, йылы спортзалдарында булды ярыштар. Фермер Марфин бабайҙары ла килгән. Владимир Валерьевич бер ҡасан да ҡоро ҡул йөрөмәй, әле лә, бүләккә тип, туптар алып килгән. Батырҙар һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ. Ауыл башлығы Игорь Ворошилов бер кәлимә һүҙ әйтте. Беҙгә ҡараны: берәй нәмә әйтәһегеҙме? Юҡ, иң мөһимен әйттегеҙ бит инде: илгә тыныслыҡ килһен.  
Автор:
Читайте нас: