Все новости
Байрамдар
23 Февраля , 09:36

Барыһы ла үҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

Ләйсән ИШҠОЛОВА:

Барыһы ла үҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын
Барыһы ла үҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

- Минең тормош иптәшем Азамат 2022 йылдың октябрь айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте. Уның был ҡыйыу аҙымына тәүҙә борсолдоҡ, аҙаҡ илебеҙ тыныслығын һаҡлау – ир-егеттәрҙең төп бурысы икәненә төшөндөк. Ул ике тапҡыр йәрәхәтләнде, ялға ла ҡайтып китте. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер миҙал һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Улдарыбыҙ Алмаз менән Асман аталары менән һис шикһеҙ ғорурланалар. Беҙ уны яратабыҙ һәм көтәбеҙ.
Ошо көндә илебеҙ тыныслығы һағында яуҙа йөрөгән барлыҡ ир-егеттәрҙе лә 23 февраль байрамы менән ихлас ҡотлайым. Уларға ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Барыһы ла үҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Тиҙ арала илебеҙҙә лә, күңелдәребеҙҙә лә тыныслыҡ урынлашыр тигән өмөт менән йәшәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: