Все новости
Байрамдар
23 Февраля , 09:21

Иң ҙур хыялыбыҙ – тыныслыҡ!

Гөлназ ДЕМЕНТЬЕВА:

Иң ҙур хыялыбыҙ – тыныслыҡ!
Иң ҙур хыялыбыҙ – тыныслыҡ!

- Тормош иптәшемде һәм уның менән әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла хеҙмәт бурысын үтәгән, беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлаған барлыҡ хеҙмәттәштәрен яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Киләсәктә лә һеҙгә рух ныҡлығы, барлыҡ эштәрегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ, ә иң мөһиме- ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ, балаларығыҙ янына тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Тормош иптәшем Алексей ҙа, ошо көндәрҙә, илебеҙҙәге ауыр осорҙа үҙ бурысын үтәп йөрөй. Ул махсус хәрби операцияға 2022 йылдың сентябрь айында мобилизацияға эләгеп алынды. Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, балаларыбыҙ матур тормошта йәшәһен, тип хеҙмәт итә ул. Ялға ҡайтып китте, беҙ, ялға ғына түгел, ә тиҙерәк барлыҡ яугирҙәрҙең дә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Иң ҙур хыялыбыҙ – тыныслыҡ! Күпме ваҡыт сит яҡта, ауырлыҡтарҙы еңеп намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн барлыҡ һалдаттарға ла сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ һәм яратабыҙ.

Автор:
Читайте нас: