Все новости
Байрамдар
23 Февраля , 10:26

Ялҡынлы сәләмдәрҙе ҡабул ит

Анастасия Николаева:

Ялҡынлы сәләмдәрҙе ҡабул ит
Ялҡынлы сәләмдәрҙе ҡабул ит

- Хөрмәтле хәрби махсус операцияла ҡатнашыусылар! Барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлайым. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡатмарлы бурыс тора – тыныслыҡ килтереү. Ҡыйыулыҡ, сабырлыҡ һәм сәләмәтлек теләйем. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙе тыуған ерегеҙҙә иҫән-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәләр. Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙҙе һаҡлап ҡына йөрөтһөн, именлек һеҙгә.
Минең һөйөклө тормош иптәшем дә яуҙа. Батырымды ла 23 февраль байрамы менән тәбрикләйем. Ҡәҙерлем, һиңә түҙемлек, ныҡлыҡ теләйем. Был сифаттар һиңә ниндәй ҙә булһа бейеклектәргә үрләргә, төрлө һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә ярҙам итер. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, эшеңдә бейеклектәр, күтәренке кәйеф генә юлдаш булһын. Ялҡынлы мөхәббәтле сәләмдәрен һиңә ғаиләң ебәрә. Һинең менән сикһеҙ ғорурланам.

Автор:
Читайте нас: