Все новости
Байрамдар
3 Марта , 11:47

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Беҙҙең ауылда ла Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бик шәп, күңелле һәм фәһемле сара уҙҙы.

Йәгеҙ әле, егеттәр!
Йәгеҙ әле, егеттәр!

 Элек-электән һаҡлана килгән "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсы булды.
Ауылдарҙа хәҙер йәштәр ҙә әҙ ҡалды, берәй сара үткәрергә тиһәң кеше табып булмай. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең мәҙәниәт йорто ҡул ҡаушырып ултырмай, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт утын һүндермәй, тырышып эшләгән Нурзилә апайыбыҙ Искәндәрова ике командаға тулырлыҡ егеттәр табып, конкурс номерҙары әҙерләп бик шәп сара ойошторҙо. Конкурста ялға ҡайтҡан студент егеттәр, ауылыбыҙҙың йәштәре һәм ауылыбыҙҙың иң әүҙем ғаиләләренең береһе Ғайсиндар ҡатнашты.
Егеттәр өсөн бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс конкурс номерҙары әҙерләнгән ине. Егеттәребеҙ был ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең отҡорлоғон, тәүәкәллелектәрен, көстәрен, аң-белемдәрен һынаны. Егеттәребеҙ сәхнәгә сығып йырҙар башҡарғанда, уларҙың көслө генә түгел, талантлы ла икәндәренә иҫебеҙ китеп ултырҙыҡ. Байрам һуңында егеттәребеҙ сәй табынына йыйылып, иҫтәлектәргә бирелеп, аралашып ултырҙы.
Клубыбыҙ йылы, яҡты, нурлы, шуға күрә сараны ҡарарға килгән ауылдаштар ҙа бихисап булды, улар һәр береһе байрам кәйефенә сумып, күңелдәре менән ял итеп, Нурзилә апайға рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы

Автор:
Читайте нас: