Все новости
Байрамдар
21 Марта , 08:56

Шиғриәт бит – ул һоҡланыу

Байрам менән, шиғри күңелле замандаштарыбыҙ!

Шиғриәт бит – ул һоҡланыу
Шиғриәт бит – ул һоҡланыу
Яҙ һулышы
Яҙ һулышы һиҙелә бит
Тамсылар ергә тама.
Китеп барған юл буйында
Гөрләп ҡар һыуы аға.
Селтәрләнеп аҡ ҡар ирей
Ҡарайып ер күренә.
Һағындырған илаһи мәл
Күңелдән моң түгелә.
Йырғанаҡтарға ҡушылып
Киләм яҙ йырын йырлап.
Зәңгәр күктән осоп килгән
Ҡоштар тауышын тыңлап.
Сылтырап аға ҡар һыуы
Үҙенә юлдар табып.
Тирә – яғымды күҙәтәм
Һоҡланып, хайран ҡалып.
Яҙға ла аяҡ баҫабыҙ
Иҫәнлек кенә булһын.
Күктәргә ҡарап ялбарам,
Донъялар имен торһон.
Руша СОЛТАНОВА, Айсыуаҡ ауылы

Мине лә ал
Хыялың да ҡайтыр булһаң
Йәшлегең яҙҙарына,
Үҙең менән,ал, һин мине
Мөхәббәт тауҙарына.
Бәлки, беҙгә насип булар
Ҡаршыларға таңдарҙы.
Ҡабыҙырбыҙ йылдар күмгән
Һүрелгән усаҡтарҙы...
Хыял да ғына булһа ла,
Таңғы ысыҡ кисәрбеҙ,
Һандуғстың шәрбәт моңон
Услап-услап эсәрбеҙ.
Тамға һалған ҡайындарҙы
Икәүләшеп ҡосарбыҙ.
Күңелдәге эс серҙәрен
Уға тағын сисәрбеҙ...
Яҙыҡ булыр, тип уйлама.
Уйлаһындар бүтәндәр.
Йәшлек бит ул гонаһһыҙ саҡ.
Хыял бит ул үткәндәр...
Рима ИБРАҺИМОВА, Ҡотлоюл ауылы

Яҙғы ҡояш

Күңелдәргә иләҫ-миләҫ елдәр иҫеп,
Яҙ шаҡыны бөгөн тәҙрәмде...
Бүлмәгә ингән йылы нурҙар,
Иреткәндәй булды күңелемде...
Ҡояш бит яҙын ғына сыҡмай,
Була ул йәйен, хатта ҡышын да...
Тик ниндәйҙер илаһилыҡ бар,
Нурҙарҙың тик яҙғыһында...
Яҙғы ҡояш осҡон бүләк итә,
Күптән көткән, һөйгән йәрҙәргә...
Яҙғы ҡояш ҡанат бүләк итә,
Өмөттәре һүнгән бәндәгә...
Яҙғы ҡояш бүләк итсе беҙгә,
Тыныслыҡҡа өмөт сатҡыһын.
Егеттәребеҙ яуҙа булған мәлдә,
Уйлап булмаҫ инде башҡаһын...
Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА

Яҙ бүләге, тәмле күстәнәстәй,
Тәме ҡалды, телдең осонда
Эскә һыймаҫ шатлыҡ еле,
Йәнде тойоп, ҡосоп муйындан...
"Төс, ҡурҡытмайыҡ,"
Күҙ теймәһен,
Ҡотло өйөмә!
Өйкөлөшкән
Хистәремде тыйып
Китеп барам,
Йәйәүленең юлынан...
Өмөтлөгә, сабыҙарса,
Хоҙай үтәне теләген
Яуа ямғыр йәше,
Тамырын йәйеп,
Һеңеп ергә,
Һөйөп бәндәһен.
Йүгерәм
Киң яландан!
Ергә теймәй табандар,
Сеү, "ҡурҡытмағыҙ!"
Күҙ теймәһен
Бәхетле балаға!
Гөлназ ИЖДӘҮЛӘТОВА, Күмертау ҡалаһы
 
Яҙғы ҡояш оҙон сәсен
Тарай ғына.
Ер йөҙөнә мут йылмайып,
Ярай бына.

Өләшһә лә нурын йомарт
Тамшанмағыҙ.
Яҙғы боҙ ярҙай булһа ла,
Ышанмағыҙ.

Көн яманы бөткәндер, тип,
Кемдер әйтер.
Яҙ бураны көтмәгәндә
Бер һемәйтер!
Рәмилә КУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы
Автор:
Читайте нас: