Все новости
Байрамдар
22 Марта , 15:07

Матур байрам

Һалҡын ҡыштар үтеп, тыуған еребеҙгә йылы яҙ килә.

Матур байрам
Матур байрам

Яҙ менән бергә ауылдарҙа Нәүрез байрамдары гөрләй. Борон-борондан был гүзәл байрам көндө кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгәндәр, бер- береңә булған үпкәләр онотолған, тәмләп сәйҙәр эскәндәр.
Яҡут ауылы электән ҡалған йолаларҙан ситтә ҡалмай, һәр ваҡыт төрлө, ҡыҙыҡлы байрамдар үткәреп тора. Бына әле лә яҙ килеүгә бәйле, Толпар балалар баҡсаһында Нәүрүз байрамы гөрләне. Балаларҙың шат тауыштары ауыбыҙ буйлап таралды. Байрамға килгән ҡунаҡтар балаларҙы көслө алҡыштарға күмде, кескәйҙәр төрлө уйындар уйнап, йырлап, бейеп, бер күңел астылар.
Ҡалаҡ менән күкәй ташыу, сана менән ярышыу кеүек төрлө- төрлө күңелле уйындарҙан һуң, матур йолаларҙы иҫкә төшөрөп, иң изге теләктәрҙе теләп, һәр бер килгән ҡунаҡ, ағасҡа үҙенең таҫмаларын бәйләне.
Бындай байрамдар киләсәк быуын өсөн бик тә кәрәк, бала ошондай байрамдарҙа үҙенең һәләтен аса, башҡорт уйындары, йолалары менән таныша, башҡорт фольклорына, теленә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләнә.
Яҙ нурҙары - һибелһен ергә
Яҙ шатлығы, яҙ бәхете теләйбеҙ һеҙгә
Яҙҙар, йәйләр имен килһен,
Күк йөҙө аяҙ булһын,
Барыбыҙға сәләмәтлек.
Бәхетләр алып килһен!
Байрам бик матур үтте! Тәрбиәсе апаларға был матур, бай йөкмәткеле байрам өсөн ҙур рәхмәт!
Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА,, Яҡут ауылы китапханасыһы

Автор:
Читайте нас: