Все новости
Байрамдар
19 Апреля , 10:17

Гөлфиәнең нурлы донъяһы

Миләүшә Ҡыҙрасоваға ҙур рәхмәттәремде белдерәм.

Гөлфиәнең нурлы донъяһы
Гөлфиәнең нурлы донъяһы

Кинйәабыҙ ауылынан Гөлфиә Рахманғолова, яңыраҡ, милли биҙәктәр төшөрөү оҫтаһы, шағирә, журналист Миләүшә Ҡыҙрасованың “Нурияның нурлы тирмәһе” тип аталған оҫтаханаһында оҫталыҡ дәрестәрен алып, ҡулына курсты үткән танытма алып ҡыуанған.
- Милли кейем, милли биҙәүестәр аша халҡыма һөйөүемде, ихтирамымды күрһәтәм тип уйлайым. Милли биҙәктәр эшләп, милли йолаларыбыҙҙы, халҡым тарихын киләсәк быуынға тапшырыуҙың бер ысулы тип тә ҡарайым. Милли биҙәктәрҙе бер нисә күлдәккә, футболкаларға эшләнем. Туғандарыма, әхирәттәремә бүләк иттем. Милли биҙәктәр төшөрөлгән кейемдәр кейеп, башҡортлоғобоҙ менән ғорурланып йөрөһәк ине. Милли биҙәүестәр эшләү серҙәренә өйрәткән
Миләүшә Ҡыҙрасоваға ҙур рәхмәттәремде белдерәм, - ти Гөлфиә Рахманғолова.

Автор:
Читайте нас: