Байрамдар
29 Апрель 2024, 07:28

Һабантуй быйыл нисәһендә була?

Быйылғыһын бик ҙурҙан ҡупмай ғына үткәрергә тигән тәҡдим бар.

Һабантуй быйыл нисәһендә була?Һабантуй быйыл нисәһендә була?
Һабантуй быйыл нисәһендә була?
Былтырғы район һабантуы Кинйә-Абыҙ ауылында булды, быныһы тәбиғи, К. Арыҫлановтың оло юбилейын ошонда, Кинйә яланында үткәргәйнек, урыны әҙер. Бахмут бер йылға ял итеп торҙо. 
Барыһы ла кире ҡайта - быйылғыһы тағы ла элекке еренә үтәсәк - Бахмут яланына. Быйылғы һабантуй 1 июнгә планлаштырылған (нимәһелер килеп сығып, был датаның үҙгәреүе лә ихтимал). Тағы ла бер әтнәкәһе бар: бик шашмай ғына үткәрергә кәрәк быйылғы һабан туйҙарын тигән тәҡдим бар. Ниндәй заман икәнен үҙегеҙ күрәһегеҙ, ауыҙҙы ҙур асып йырлар мәл түгел. Килешмәй. Сама кәрәк. 
Фотолар "Юшатыр" архивынан. 
Автор:
Читайте нас