Бөгөн Ермолаево ҙур ҡунаҡтарҙы ҡабул итә, бөгөн бында оло байрам- Таҫтамал байрамы. Теге йылдарҙа Яулыҡ ине бындай байрамдың символы, хәҙер башҡа ваҡыт килде - таҫтамалға күстек.
Район үҙәгенә ҡайҙан ғына килмәгәндәр.... Төрлө милләт кешеләре: башҡорт, татар, сыуаш, рус, ҡаҙаҡ, марый...
Нимә уйлап ҡуйҙыҡ (хәбәрҙәр күп булды бында, әлбиттә, бөтәһе лә таҫтамал - Тыныслыҡ символы тигәнгә төрттөрҙө). Бала тыуғас уны аҡ таҫтамалға һалалар, туй мәлендә лә ошо әйбер иң мөһим ролде уйнай, кәләш таҫтамалдар, һөлгөләр әҙерләй, туй аттарын таҫтамалдар биҙәй... Кешенең һуңғы туйында ла шулай, кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ла таҫтамалһыҙ булмай.
Репортаж гәзиттә тулыраҡ баҫылыр.