Все новости
Байрамдар
27 Июня , 11:00

80 ҡатын-ҡыҙыбыҙҙы таптыҡ

Харрас БИКТИМЕРОВ, “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамын ойоштороусы:

80 ҡатын-ҡыҙыбыҙҙы таптыҡ
80 ҡатын-ҡыҙыбыҙҙы таптыҡ

- Был сараны ойоштороу эштәрен ҡыштан башланыҡ. Ауылыбыҙҙан ситтә йәшәгән 80 ҡатын-ҡыҙыбыҙҙы табып, байрамға саҡырҙыҡ, шуларҙың 60-ы килде. Шылтыратабыҙ, ә улар телефон алмайҙар, мутлашыусылар тип уйлайҙар. Туғандары аша саҡ шылтыратып бәйләнешкә сыҡтыҡ.
Тәүҙә 40-сы, 50-се, 60-сы, 70-се йылда тыуған ҡыҙҙарҙы йыябыҙ тип планлаштырғайныҡ, аҙаҡ барыһын да йыйырға булдыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ олоғайғандар, хатта бер-береһен танымай аптырап та торҙолар. Бала, йәш саҡтарындағы фотоларынан видеояҙмалар эшләнем. Барыһына ла сюрпприз булды, ҡыуанышып ҡаранылар фотоларҙы. Быйыл юбилейҙарын билдәләгән ҡыҙҙарыбыҙға бүләктәр ҙә тапшырҙыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҡты донъянан мәңгелеккә киткәндәр ҙә юҡ түгел. Байрам һуңында уларҙың яҡты рухына бағышлап Ибәтулла Рахманғолов аят та уҡыны. Барыһы ла ҡыуанышып, дәртләнешеп, рәхмәттәрен әйтеп таралыштылар. Ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: