Все новости
Байрамдар
21 Июля , 10:24

Ер тишегенә инмәйбеҙ

Кисәге Һабантуйҙы (Ырымбур өлкәһендәге башҡорт мәҙәниәте көнөн) байтаҡ ваҡыт онота алмаҫбыҙ.

Ер тишегенә инмәйбеҙ
Ер тишегенә инмәйбеҙ
Башҡортостан данын яҡларға, бәҫен төшөрмәҫкә тип, республика етәкселеге кемде ебәрҙе? Беҙҙе. Мәртәбәһе ҙур, бының менән бергә, шөбһәләнеү ҙә көслө - улай-былай булып китеп, эште боҙоп ҡуйһаҡ? Ер тишегенә ин дә, сыҡмай тик ят. 
Ырымбур етәкселеге (араһында сенатор, вице-премьер ҙа бар) беҙҙе үлтерә яҙып маҡтап китте. Башҡа тирмәләрҙәге тәғәмгә ҡулдарын да һуҙманылар, ә беҙҙең ҡаҙыны "йылп" иттерҙеләр, быныһы ла беҙҙең өсөн юғары баһа. Бүләктәр бирештек. Кемдер күкрәгенә миҙал таҡты, ҡулына тоҡсай тотто. 
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: