Төҙөүселәр көнө. Кемдәр беҙгә йорттар, башҡа биналар төҙөй, уларҙы биҙәй, боҙолһа йүнәтләй? Төҙөүселәрһеҙ тормошто күҙ алдына ла баҫтырып булмай.
Бөгөн Күмерселәр мәҙәниәт һарайында ошо иң кәрәкле һөнәрле кешеләрҙе ҡотланылар. Ҡала башлығы бүләктәр өләште. Ысынында, иң ҙур бүләк был кешеләр өсөн кешеләрҙең рәхмәте - йылы, яҡты, ныҡлы йорттарҙа йәшәгән өсөн.