Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Август 2024, 12:27

Батырҙар һәм матурҙар

Бөгөнгө байрамды тап ошондай кешеләр байрамы тип әйтеп булалыр.

Батырҙар һәм матурҙар
Батырҙар һәм матурҙар
Физкультурниктар көнө, тимәк, спортты һөйөүселәр көнө. Спорт - үҙе батырлыҡты һәм матурлыҡты аңлата. Быныһына үҙебеҙ шаһит булдыҡ - сәхнәгә сығып бүләк алған (һәр береһе спорттың ниндәйҙер өлкәһендә алдынғы) бөтәһе лә матур, көслө, дәртле. 
- Район спорт йәһәтенән иң алдынғы район, - тип һүҙ тотто спорт ветераны В. Копылов, - ниндәй ауылды алма, шул ауыл спорт буйынса алдынғы. Аҡһары, Керәүле, Павловка, Яҡуп, Таймаҫ.... бәләкәй генә ауылдар, ә донъяға күпме данлыҡлы спортсыларҙы бирҙе, бирә. 
Бүләкләнеүселәр ныҡ күп булды, кемеһелер, йоҡа ғына кейенгән балаларға ҡарап, шөрләтергә маташты: Ырымбурҙа ҡар яуа, беҙгә лә килеп етмәҫме, - үҙе күккә ҡараны. Береһе лә ыһ та итмәне, ҡурҡытып ҡара уларҙы - спортсылар бит улар. 
Автор:
Читайте нас