Все новости
Байрамдар
15 Октября , 11:44

Байрам менән, ауыл ҡатындары!

Бөгөн һеҙҙең көнөгөҙ. 

Байрам менән, ауыл ҡатындары!
Байрам менән, ауыл ҡатындары!

Тормошта кемгә ауырыраҡ, иргәме, ҡатынғамы тигән мәңгелек һорау беҙҙе һаман борсой. Ирҙәрҙең иртәрәк теге донъяға китеүен иҫәпкә алһаң, уларға ҡыйыныраҡтыр һымаҡ (йөрәк тиҙ туҙа). Ә ҡатындар, йәнәһе, әрһеҙ, нимә булһа ла уларға бер ни юҡ. Ысынлап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда донъя йөгөн күберәк күтәрәлер, бар мәшәҡәт уның яурынында, ә иргә нимә, эштән ҡайтты ла телевизорға текәлде лә ятты.
Был йәһәттән ауыл бисәләренә бигерәк ҡыйындыр, ауылда эш ғүмерҙә бөтмәй (ҡалала аҙмы-күмпе ял тәтей әле), әлеге заманда эш булмаһа ла (ферма бөттө, сөгөлдөр утау бөттө) балалар, ир (ул үҙе бала) ҡарау, баҡса, һарай, йорт эсе, бәйләү, сигеү кеүек эштәрҙе береһе лә тыймаған....
Бөгөн - ауыл ҡатындары көнө. Беҙ барыбыҙ ҙа ауылдан сыҡҡан, шуға бында үҫкән, йәшәгән ҡатын заты беҙгә ныҡ яҡын. Улар тәрбиәлерәк тә, матурыраҡ та. Беҙҙең әсәләр, апайҙар, һылыуҙар, ҡоҙағый-ҡоҙасалар...
Байрам менән һеҙҙе, һау булығыҙ, бар булығыҙ, һеҙ бар икән, ауыл да бар. Йолалар ҙа, тел дә, халыҡ та бар.

Автор:
Читайте нас: