Славяндарҙың әле христиан диненә күсеүенә тиклем булғаны байрамы.
Бөтәһе менән бергә (күберәге мифологияға бәйле) ул Ҡыш менән Яҙҙың сиген күрһәтә торған байрам, йәғни, һыуыҡ миҙгел менән хушлашып, йылы, йәшел миҙгелгә аяҡ баҫыуыбыҙҙы аңлата.
Бөгөн, тимәк, ҡыш менән дә хушлаштыҡ. Йылы булды һымаҡ ул, әммә күңелде өшөткән мәлдәре лә күп булды. Тағы бер өҫтәмә: бөгөн Прощеное воскресенье тип аталған көн дә икән. "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы янына йыйылған халыҡ бер-береһенән ғәфү лә үтенде, нимә өсөн тип һораһалар, береһе лә атап ҡына әйтә лә алмаҫ ине. Ғәфү һорар сәбәп һәр кемдә барҙыр, бөтәбеҙ ҙә гонаһлы бәндәләр.