Байрамдар
18 Апреля 2025, 09:08

Яҡутта - Ҡарға бутҡаһы

Ала ҡарға ашаһын, ала ҡарға ашамаһа, ҡара ҡарға ашаһын.

Яҡутта - Ҡарға бутҡаһыЯҡутта - Ҡарға бутҡаһы
Яҡутта - Ҡарға бутҡаһы

Яҡут ауылында халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу, ямғыр һорап доғалар ҡылыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» йолаһы, Яқут мәҙәниәт йорто янындағы ял паркында үткәрелде. Байрамда ҡатнашыусылар балалар, төрлө халқыбыззың уйындарын уйнап, йырлап-бейеп, изге теләктәр теләп, күңел асты.

Сара һуңында Ағинәйзәр, ҡоштар һыйлау йолаһын башқарзы. Йыйылыусылар: “Ала ҡарға ашаһын, ала ҡарға ашамаһа, ҡара ҡарға ашаһын”, тип һамаҡлап, ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалып сыҡты, муллыҡ һәм именлек, һорап изге теләктәр әйтте.

“Ҡарға бутҡаһы” байрамына килеүселәр яҡты өмөттәр менән таралышты. Һәр кемдең матур теләге ҡабул булһын, сәскән игендәр мул уңыш бирһен, донъялар тыныс булһын!

Автор:
Читайте нас