Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Апрель , 12:03

Беҙҙең байрам

Бөгөн редакцияға күстәнәс тотоп ингәндәр.

Беҙҙең байрам
Беҙҙең байрам

Пасха – беҙҙең байрам да түгел. Әммә.. Бөгөн редакцияға күстәнәс тотоп ингәндәр – буялған йомортҡа, кәнфит-фәлән.  Беҙҙең байрам түгел тиһәң дә, бәләкәй саҡтар иҫкә төштө: күрше Балангур ауылынан рустар килә ине йәки ауыл халҡы уларға үҙе бара, знакумдар йомарт, килгәндә тейәнеп килә, барһаң, һыйламай сығармай. Ниңәлер буялған күкәй ҡәҙимге буялмағанынан тәмлерәк тойола ине, төрлөһө төрлө тәм әйткәндәй, ҡыҙыл бер тәм, йәшеле – икенсе.

Беҙҙең дә байрам ул Пасха. Ерле юҡҡа ғына бөгөн башҡорт кешеһе башҡорт редакцияһына күкәй тотоп килмәгән.

Автор:
Читайте нас