Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Май , 12:45

Сабышһыҙ һабантуй

Быйыл район һабантуйы ҡайҙа була?

Сабышһыҙ һабантуй
Сабышһыҙ һабантуй

Бөгөн район хакимиәтендә ошо һорауға яуап эҙләнде.
Кинйә-Абыҙҙа үткәрергәлер, бәлки? Һуғыш бара, кешелә байрам ҡайғыһы юҡ, бәлки, итәктәрҙе йыйып ҡына, үтә ныҡ осонмай, үткәрәйек байрамды, мәҫәлән, Шотт паркында йәки "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында? Ауыл хужалығы алдынғыларын ҡотлап, ҡулын ҡыҫырбыҙ ҙа, шуның менән вәссәләм. 
Баш вата торғас, улай килешмәҫ, Һабантуй Һабантуй булып ҡалһын, бәҫен төшөрмәйек, элеккесә итеп, Бахмут яланында үткәрәйек тип килеште залдағы йәмәғәт. Билдәле, байрам булғас, аҡсаһыҙ булмай, быйылғы Һабантуй бюджеты 1,6 миллион һум, 500 меңен район хакимиәте бирә, ҡалғаны һеҙҙән инде, иптәштәр. 
"Иптәштәр" - ауыл хужалығы ойошмалары етәкселәре, фермерҙар дыулап торманы, кәрәк икән, кәрәк, йыйырбыҙ.
Аҡса наҡыҫ булғас, тирмәләр конкурсы, ат сабышы булмаясаҡ, хатта парад та булмаясаҡ тиештеләр, юрғанға ҡарап аяҡ һуҙабыҙ. Һуғыш бөткәс, барыһы ла булыр - сабышы ла, парады ла. 

Автор:
Читайте нас