Йәй көндәрендә ауылдарҙа байрамдар (Шәжәрә, ауылдаштар осрашыуы..) үткәрелмәй тип, теге саҡ бер кәңәшмәлә ризаһыҙлыҡ белдергәйнеләр. Кем-кем, был йәһәттән Туғай Кинйәһендә тыуып-үҫкән кешеләр ауылдарын онотмай. Быйыл да йыйылырға ҡарар иткәндәр. 14 июндә буласаҡ "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы буласаҡ Туғай Кинйәһендә. Кемдең был ауылға яҙмышы бәйләнгән, барыһын да көтөп торалар. Тыуған төйәккә ҡайтығыҙ, кинйәләр!