Оло юлға ҡарап халыҡтың (халыҡ тигәне ауылдың интеллегенцияһы – ауыл башлығы, мәктәп директоры, түрәне түрә итеп күрә белгән башҡаһы) күҙе тала башланы. Бер заман грейдер күренде.
- Был техниканы күреү – көткән түрәләрҙе күреүгә ҡарағанда ла ҡыуаныслыраҡ, - тиештеләр.
Ниһайәт, күренделәр. Оло ҡунаҡ тигәнебеҙ район мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова һәм уның урынбаҫары икән.
- Бәтәс, башҡа береһе лә килмәйме ни?
- Юҡ. Башлыҡ Мәскәүҙә, урынбаҫары помидор ултырта.
Байрам түрәләр өсөн үткәрелмәй, билдәле, ана, ҡалай ҡыуаныша класташтар бер-береһен күреп, ҡосаҡлашып туймайҙар, әммә... Барыбер эстә нимәлер келт итеп өҙөлгәндәй булды: Яңы Таймаҫ гиназияһының 100 йыллығы - ябай ғына байрам түгел, бер быуат йәшәгән, әллә күпме шәхестәр үҫтергән уҡыу йорто, улай мәртәбәһен төшөрмәҫкә ине район властарына...
Репортаж киләһе һанда баҫыласаҡ.