Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь , 10:34

"40 йыл буйы бер генә ҡатын-ҡыҙға шиғырҙар бағышланы"

Екатерина Рождественская – билдәле фотограф, тәржемәсе, журналист, модельер. Билдәле шағир Роберт Рождественскийҙың ҡыҙы. Ил күләмендә уңыштарға ирешеп, киң танылыу яулаған ханым ябайлығы, ихласлығы менән үҙенә әсир итте.

Өфөлә  икенсе көн барған Китап байрамында ҡатнашыусыларҙы  шәп  осрашыу көткән – Екатерина Рождественская әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашты һәм үҙе, ата-әсәһе, туғандары, ижады тураһында һөйләне, тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Екатерина Рождественская – билдәле фотограф, тәржемәсе, журналист, модельер. Билдәле шағир Роберт Рождественскийҙың ҡыҙы. Ил күләмендә уңыштарға ирешеп, киң танылыу яулаған ханым ябайлығы, ихласлығы менән үҙенә әсир итте.

- Өфөгә тағы килеүемә бик шатмын, был ҡала минең өсөн бик якынға әйләнде. Баш ҡалағыҙ иҫ киткес матур, - тине ул.

Екатерина Робертовна иң беренсе оҫта фотограф булараҡ таныла.  20 йылға яҡын был һөнәр менән шөғөлләндем, ти ул..
- Килде бер көн, заман үҙгәрҙе, сериалдар осоро башланды. Фотоға төшөргә килеүселәргә аптырай башланым... Һәм мин һөнәремде үҙгәртергә ҡарар иттем, - тип һөйләне ул, яҙыуға нисек тотоноп киткәнен аңлатып.

Бер ҡасан да яңылыктан, яңы эшкә тотоноуҙан ҡурҡыу кәрәкмәй.
- Әгәр хыялланып ҡына йөрөһәң һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн бер ни ҙә эшләмәһәң, уңышҡа өлгәшеп булмай. Ә минең баһалы ҡатын-ҡыҙ булғым килә, - ти Екатерина.

Әйтергә кәрәк, ул маҡсаттарын, теләктәрен ысынға әйләндерә алған,   һәр береһендә уңышҡа өлгәшкән. Бөгөн инде ул – тиҫтәнән ашыу китап авторы.

Мәскәү ҡунағына ата-әсәһе, туғандары тураһында ла һорауҙар бирҙеләр.
- Бәләкәй саҡта атайым файҙаһыҙ эш менән шөғөлләнә тип уйлай инем. Ул көн буйы яҙыу машинкаһы артында ултыра... Ә мәктәптәге класташтар көн дә эшкә йөрөгән атайҙары тураһында һөйләй... – тип хәтирәләргә бирелеп алды Екатерина Робертовна. – Бер вакыт уҡытыусы 60-сы йылдар шағирҙары тураһында инша яҙырға ҡушты. Мин яҙманым. Атайымды мәктәпкә алып килдем. Ике сәғәт тирәһе уға уҡыусылар алдында шиғыр уҡырға тура килде.

- Хәҙерге йәштәр ышанмаҫ та: элек шағирҙар тулы стадиондар йыя торғайны. Бер ваҡыт әсәйем менән уның сығышын ҡарарға барҙыҡ. 12 меңләп тамашасы йыйылған ине... Бер мәл атай шиғырының һүҙҙәрен онотто ла ҡуйҙы. “Ярай әле мине уның ҡыҙы икәнемде белмәйҙәр!” – тип уйланым шул саҡ оялып. Ләкин шул ваҡытта тамашасылар шиғыр һүҙҙәрен бышылдап үҙҙәре әйтә башланы...  

Екатерина Рождественская атаһының изге күңелле,  ярҙамсыл булыуын да иҫкә алды. Ул Марина Цветаеваның исемен мәңгеләштереүҙә, Высоцкийҙы юғары дәрәжәгә сығарыуҙа ярҙам иткән. Өс йыл тыйылған шағир булған сағында Ҡырғыҙстанда тәржемәсе булып та эшләгән.
- Күптәр уның көслө лирик та булыуын белмәҫкә лә мөмкин. Ул 40 йыл буйы бер генә ҡатын-ҡыҙға шиғырҙар бағышланы, - тип тә иҫкә алды атаһын Екатерина.  

Екатерина Рождественскаяны бәләкәй сағында өләсәһе ҡараған.  Ата-әсәһе йыш ҡына донъя буйлап эш сәфәрендә йөрөгән. Ике яҡлап та өләсәләре иҫ киткес шәп кешеләр булған.

Екатерина Рождественскаяны  иртәгә лә Өфөнөң Совет майҙанында барған Китап байрамында күреп ҡалырға мөмкин әле.

Билдәле шәхес менән осрашыуға килгән кешеләргә яҙыусы китаптарына ихлас, изге һүҙҙәрҙән торған автографын яҙып таратты. Улар араһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар ине.  

 
Автор:
Читайте нас