

Шулай булырын белеп тә, бына ошолайтып кейенеп кил инде, ҡыҫҡа еңле йоҡа күлдәк, шулай уҡ йоҡа ғына салбар, етмәһә, күҙлек. Күҙлек урынына зонтик алыр ине аҡыллы кеше. Куртка кейер ине, бик булмаһа, ана, анау кешеләрҙеке кеүек өҫкә ябына торған арзанлы ғына шыптыр. Хәҙер тор инде байрам бөткәнсе шоҡорайып...
Ошолай үҙ-үҙен әрләгәне бер беҙ генә булмағанбыҙҙыр, Һабантуй башлана ғына тигәндә, ҡоя башланы. Кем ҡайҙа йәшенергә белмәй, йүгереште, кемдер тирмәгә бикләнде, кемеһелер машинаһына инә һалып ултырҙы, беҙҙең һымаҡ барыр ере булмағаны, ағас ышығына боҫто. Ҡунаҡтар күренде. Мигалка яндырыптырып килеп туҡтанылар, әллә Хәбиров та килә ятамы тип бышылдаша башланылар. Түрә-ғара сәк-сәк, ҡымыҙ янында оҙаҡ торҙо, ниңә һуҙылалар, тиҙерәк башларға ла тиҙерәк бөтөрөргә.
...Йәлләне беҙҙе тәбиғәт, торараҡ, байрам ҡыҙа ғына башлағас, ямғыр туҡтаны, ҡояш сыҡты, Һабантуй - һабантуй төҫөн алды, кәйефтәр күтәрелде. Беҙгә ҡарата, бөгөнгөләй, гел миһырбанлы булһаң ине, яҙмыш.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.