Кисә Ермолаевоның Шотт паркында ғәләмәт тамаша булды. Йәштәр көнөнә арналған сара. Тәүҙә икеләнеүҙәр тынғы бирмәне: һауа торошо шәптән түгел, яуа ла яуа, сараны үткәрмәй ҙә ҡуйыҙары бар, үткәргән хәлдә лә, ямғыр ҡоя тип, халыҡтың килмәүе ихтимал. Бөтөн хафалар бушҡа булған: күк йөҙө кискә табан асылды, ә паркка килгәндәр майҙанға һыя алмай бер булды.
Байрам айҡанлы бүләкләнеүселәр бик күп ине, йәштәр күпләп килгән, ололар һаны ла уларҙан кәм түгел – Ю. Шатуновтың яҡты иҫтәлегенә арналған концерт-дискотека ла була, ә улар бөтәһе лә ошо йырсыны тыңлап үҫкән быуын, йәшлектәренә ҡайтып килер өсөн бигерәк матур сәбәп.
Бүләкләнеүсе күп кенә йәштәрҙе алҡышланыҡ (йәш тип, 35 –кә тиклемгеләр һанала, буғай, бында был йәште үтеп киткәндәр ҙә бүләкләнде, күрәһең, 40-ты уҙһалар ҙа, йөрәктәре һаман йәш). Кинйә Арыҫланов премияһы бирелде. Һәм китте... «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы артистары Ю. Шатуновтың йырҙарын башҡарҙы, шулай итеп йырланы – үҙҙәрен күрмәһәк, йырсы терелеп тыуған еренә ҡайтҡан да йырлап тора тип уйларға була ине.
Данлыҡлы йырсы беҙҙең яҡтарға ҡайта алманы (теләге булманы), уның ҡарауы, беҙ ҡайтып килдек - йәшлек иленә.