Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Июль , 12:06

Аллабирҙелә - Һабантуй!

Беҙҙең Аллабирҙелә йыл һайын балалар һабантуйға уҙғарыла.

Аллабирҙелә - Һабантуй!
Аллабирҙелә - Һабантуй!

Байрам күбеһенсә уҡыу йылы тамамланғас, Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә уҙғарыла. Быйыл мәктәптәге хеҙмәт һәм ял лагеры тамамланған көндә үтәсәк. Оло йөрәкле, киң күңелле ауылым кешеләре буләктарен алдан әҙерләп ҡуялар, ҡолғаға үҙ ҡулдары менән бәйләйҙәр. Бүләк йыйыусыларҙы тәмлекәстәр менән һыйлайҙар. Халҡымдың матур йолаһы рухлы, эскерһеҙ,йомарт, ярҙамсыл халыҡлы Аллабирҙемдә (Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы) оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк.
Тантананы ойоштороусы мәктәп уҡытыусыларына рәхмәтле аллабирҙеләр.

- Һабантуйҙы көтөп алабыҙ, балалар һымак. Уҡытыусыларға, ойошторған, был байрамды уйлап, башлап ебәргән Сания Саитовнаға бик ҙур рәхмәт инде. Хоть ошо мәктәптең, балаларҙың һабантуйы бөтмаһен инде.

Автор:
Читайте нас