Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Июль , 13:46

Өй башында мунса төҙөгән

Фестивалгә килегеҙ!

Өфөлә мунса өсөн шәп мейестәр эшләүсе, хатта өй башында ла мунса төҙөүсе, «Рәхәттә» фестивалендә һәр ваҡыт катнашҡан Анатолий Михайлович Денисовтың фекерҙәрен яҙып алдыҡ: «Мунса йүнәлешенең потенциалы бик ҙур. Сөнки мунсала кешенең психоэмоциональ хәле яҡшыра, нығына. Рәхәтләнеп мунса төшкәндән һуң кеше әле 2-3 көн буйына үҙен бик тә яҡшы тоя, уның күңеле күтәрелә, эштәре лә уңа.

Мин үҙем үткән ике фестивалдә лә актив ҡатнаштым, беренсеһенән үк был сараның киләсәге ҙур икәне күренде. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ “Рәсәйҙең мунса башҡалаһы” исемен яулау өсөн тырыша һәм быға ирешеү өсөн бар мөмкинлектәребеҙ ҙә бар, тип иҫәпләйем.

Беренсе фестиваль башҡаланан ситтә булды, ә һуңғы ике йылда уның Өфөләге Ҡашҡаҙан күле буйында үтеүе ҡыуаныслы хәл, сөнки бында күберәк халыҡ килә ала һәм төрлө файҙалы саралар үткәреү мөмкинлеге лә күберәк.

Мунса мәҙәниәтенең һуңғы йылдарҙа ҙур үҫеш алыуы ҡыуандыра, уға бар Рәсәй киңлектәрендә ҙур иғтибар бүленә, парлаусы сәнғәтен үҫтереү маҡсатында яңынан-яңы мәктәптәр асыла. Унда һәр кем уҡып, белем алыу мөмкинлегенә эйә.

Үҙемә килгәндә, беҙҙең ойошма тарафынан эшләнгән мунса мейестәре Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан иҫәпләнә һәм уларҙы мунса яратыусылар, уның тәмен һәм пар ҡәҙерен белгән кешеләр генә һатып ала. Әлбиттә, Рәсәйҙә иң ҡиммәтлеләре тип тә иҫәпләнә улар. Бер йыл эсендә беҙ иң сифатлы пар бирә торған шундай 30 мейес һаттыҡ һәм киләһе фестивалдә лә үҙ һатып алыусыларыбыҙ булыр тип ышанабыҙ».

Автор:
Читайте нас