Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Июль , 08:38

"На рахате" фестиваленән көс алып

Баш ҡалабыҙҙың "Ҡашҡаҙан" паркында һаулыҡ һәм туризм фестивале быйыл 25 меңгә яҡын ҡатнашыусы йыйҙы.

Һауа торошоноң бер аҙ һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, сәләмәт тормош яратыусы ҡала халҡы һәм бөтә Рәсәй, сит илдән килгән ҡунаҡтар фестивалде фитнес-марафондан башланы. Марафонда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко "На рахате" фестиваленең Өфөлә дүртенсе йыл инде уңышлы үтеүен билдәләне.  – Республикабыҙ был фестивалде дүртенсе тапҡыр үткәрә һәм беҙ бөгөн уның яҡшы һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Мәҫәлән, бөтә республикала һәм Өфөлә етерлек күләмдә термо комплекстар барлыҡҡа килде, тимәк, иҡтисади өлөш үҫә, йәғни эш урындары булдырыла һәм бюджет тулылана. Бының менән бәйле халыҡтың һауығыуға мөмкинлеге артты. Әйткәндәй, бөгөн был фестивалдә һеҙ шифаханалар тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт белә алаһығыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.
Ә иһә эшҡыуарҙар, волейбол һәм баскетбол буйынса йәш спортсылар өсөн бизнес-зарядканы билдәле спортсылар үткәрҙе. Олимпия чемпионы, фехтование буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Аделина Заһиҙуллина фекеренсә, бындай саралар спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә этәргес көс бирә.Уның дуҫы, паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш һәм бронза призеры, еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Анна Кулинич-Сорокина ваҡиға тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты:– Аделина менән ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа ғына зарядкалар үткәрмәнек: хатта боҙҙа һәм ултырғыстарҙа ла. Ә был хәрәкәт итеүҙең бөтә ерҙә лә мөмкин булыуын дәлилләй. Бөгөн был ҙур сарала һеҙҙең менән осрашып аралашыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.Ә иһә чемпиондар менән иртәнге зарядка яһарға килгән ҡунаҡтар икеләтә ҡыуаныс кисереүен йәшермәне.
– "На рахате" фестиваленә ҡыуанып, ашҡынып килдем. Беренсенән, күренекле чемпиондар менән осрашырға мөмкин булһа, уларҙан оҫталыҡ дәрестәре алыу, бергәләп зарядка яһау минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Миңә 42 йәш һәм йылдан-йыл һаулыҡты кире ҡайтарып булмауын яҡшы аңлайым. Ә ошондай йыл һайын үткәрелгән сәләмәтлек фестивалдәре көс бирә, һаулыҡтың мөһимлеген, үҙ өҫтөңдә эшләргә, үҙеңде яратырға кәрәклеген иҫкәртә. Рәхмәт ойошторусыларға һәм Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына, халыҡтың һаулығына ҡағылышлы мөһим сара ойошторғанға! – тип уртаҡлашты фестиваль ҡунағы Светлана Бикбаева.Әйткәндәй, "На рахате" фестивале бөгөн киске 21:00 сәғәттә "Бишбармаҡ" оркестрының сығышы һәм 22:00 сәғәттә KNYVZHE FLAME диджей сеты менән тамамлана. "На рахате" – көндө күңелле һәм файҙалы үткәреү байрамы, өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас