Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Июль , 10:55

Йәшәһен хәрби диңгеҙ флоты!

Һәр йылдың июль айының һуңғы йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Хәрби диңгеҙ флоты көнө билдәләнә

Йәшәһен хәрби диңгеҙ флоты!
Йәшәһен хәрби диңгеҙ флоты!

Был байрамдың мәғәнәһе бик ябай: хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән моряктарҙы, офицерҙарҙы һәм уларҙың яҡындарына иғтибар булдырыу, шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең бөтөнлөгө, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән һәм ғүмерен биргәндәрҙең иҫтәлегенә бағышлана.
Беҙҙең районыбыҙҙың да ир-егеттәре илебеҙҙең, барлыҡ флотында хеҙмәт итеп, тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр. Шуларҙың береһе Түкән ауылынан Мөнир Рахманғолов. Ул Тымыҡ-океан флотында өс йыл старшина булып хеҙмәт иткән рухлы егет. Шулай уҡ яҡташ егеттәребеҙ Рифҡәт Бикмаев, Азамат Мирасов, Рафаэль Саттаров, Мөнир Сәлтәшев, Марат Исхаҡов, Аяз Байрамғолов, Надир Хәйбуллин, Ғәйнетдин Ибраһимов һәм башҡа ир-егеттәр тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп, өс йыл флотта хеҙмәт итеп ҡайттылар. Афарин, егеттәр! Районыбыҙҙың барлыҡ моряктарын да ихлас ҡотлайым, ғаиләләренә именлек теләйем, донъяларыбыҙ тыныс булһын. Йәшәһен Хәрби диңгеҙ флоты!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас