Байрамдар
28 Июля 2025, 12:33

Матур йола

Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Хәйбуллиндар ғаиләһе өсөн был көн айырым урын алып тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матур йолаМатур йола
Матур йола

Ғаилә башлығы Надир ағай хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән. Ошо уңайҙан Хәрби диңгеҙ флоты көнөн улар йыл һайын ҙурлап ҡаршы ала.
Был көндә Хәйбуллиндарҙың йортонан ҡунаҡтар өҙөлмәй, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туған-тыумасалары, барыһы ла йорт хужаһын ҡотларға ашыға. Килгән ҡунаҡтарҙы Надир ағай флаг күтәреп, тейешле кейенеп, тормош иптәше Альбина ханым матур табындар ҡороп ҡаршы алалар.
Бына кисә лә улар был йоланы боҙмай, күркәм байрам ойошторғандар.

Автор:
Читайте нас