Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Август , 12:48

Һеҙҙең байрам – беҙҙең байрам

Уларҙың был байрамы йыл да иҫтә ҡалырлыҡ була.

Һеҙҙең байрам – беҙҙең байрам
Һеҙҙең байрам – беҙҙең байрам

Әммә быйылғыһы башҡаларына ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк, тимәк, тарихта мәңге һаҡланыр ваҡиға – Һауа десант ғәсҡәрҙәренә бөгөн 95 йәш!

Күмертауҙа десантсылар күп, етмәһә, Көйөргәҙе егеттәре лә килеп еткән – уларға сик юҡ, десанттар икән, бөтөн ерҙә лә бергәләр. Ғаиләләре – ҡатындары, балалары менән бергә килгәндәр, һәр бала, кәләш үҙенең иренең, атаһының зәңгәр беретлы булыуына әллә кем (Беретлы атаның ҡайһыһылыр һуғышта йөрөй, эх, әле ул да ошонда булһа, байрам тағы ла күңеллерәк булыр ине!).

Беҙҙең дә, күбебеҙ десантсы булмаһаҡ та, әллә кем булған көн. Һеҙҙең байрам – беҙҙең дә байрам.

Быйыл, шуныһы күҙгә ташланды, аралары һирәгәйгән һымаҡ тойолдо. Кемдер һорап ҡуйҙы: "Йылдан-йыл әллә аҙыраҡ кеше йыйыла ул?"
- Күбеһе МХО-ла бит...

Автор:
Читайте нас