Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Август , 09:24

Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте

Байрам тантанаһы Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөнә арналған парадтан башланды, ул йыл һайын 22 августа билдәләнә.

Совет майҙаны буйлап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, кадеттар марш менән үтте. Байрам майҙанын Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтары, Рәсәй Федерацияһы ғәскәрҙәренең флагтары биҙәне. Артабан республика спортсыларынан һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған парад расчеты Совет майҙанына оҙонлоғо яҡынса 10 метр булған Рәсәй Дәүләт флагын сығарҙы. Майҙанда Дәүләт академия симфоник оркестры башҡарыуында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғыраны. Тамашасыларҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. - Был ҙур байрам Рәсәй флагы көнөнән башлана һәм Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө менән тамамлана. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Совет майҙаны ҙур көс урынына әйләнәсәк, унда халыҡ һәм баш ҡала ҡунаҡтары патриотик рух менән һуғарыласаҡ. Сараның Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Башҡортостан Республикаһында үткәрелгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылында уҙғарылыуы символик мәғәнәгә эйә. Бөгөнгө байрамда МХО-ла ҡатнашыусылар ҙа бар. Хөрмәтле яугирҙар, ветерандар, һеҙгә һәм иптәштәрегеҙгә, ғаиләләрегеҙгә сабырлылығыҙ, үҙегеҙҙе йәлләмәйенсә, Ватанды яҡлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Урал Килсенбаев. Өфөлә йәшәүселәрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Урал Таһир улы Армия мәҙәниәте көндәре сараларына мөмкин тиклем күберәк дуҫтарын, таныштарын, яҡындарын, туғандарын, ә иң мөһиме балаларын саҡырырға өндәне. - Һәр нотала, һәр йырҙа яңғыраясаҡ илһөйәрлек рухы һәм Ватанға һөйөү беҙҙең йөрәктәребеҙ һәм күңелдәребеҙ аша үтергә тейеш, - тип белдерҙе. Форумды асыу тантанаһы бер минут тынлыҡ менән тамамланды, унда махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙы иҫкә алдылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Армия мәҙәниәте көндәре Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тәҡдиме буйынса һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы үткәрелә. Армия мәҙәниәте көндәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үткәрелгән. Башҡортостандағы проект сиктәрендә саралар Өфөлә генә түгел, төбәктең һәр муниципалитетында ла үтә.

Автор:
Читайте нас