Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Сентябрь , 14:54

Бензинды онотоп торҙоҡ

Яңы Мораптал хаҡында һүҙ.

Бензинды онотоп торҙоҡ
Бензинды онотоп торҙоҡ

Был биләмәлә ниндәй милләт кенә йәшәмәй, әммә был һинеке, был минеке тип тартҡылашыу юҡ, ҡайғыралар икән - күмәкләп, шатланалар икән – барыһы бергә.

Бөгөнгө байрам менән дә шулай. Милли кейем көнө – кем-кем, бындай байрамда морапталдар алда, кем ҡайҙа эшләй (мәҙәниәттә генә түгел), айырма юҡ, һәммәһе милли кәстүмдә.

Кисә АЗС-та эшләгән егет-ҡыҙҙар килгән мәҙәниәт йортона. Бар эштәрен ташлап (бензин ҡайғыһымы, уныһың хаҡы, асыуға тейеп, аҙна һайын арта), байрамға йәм өҫтәргә тип килгәндәр.

Беҙ фотоларға баҡҡас, тәүҙә культура кешеләрелер был тип уйлаған инек. Юҡ, заправкала эшләгәндәр ҙә шулай матур икән Яңы Морапталда.

Автор:
Читайте нас