

Милли кейемдәрен кейгән ейән-ейәнсәрҙәр, өләсәйҙәр һәм ағинәйҙәр китапханала шиғырҙар һөйләп, әкиәттәр уҡыны. Китапханасы балаларға гәзит-журналдар тураһында һөйләне, балалар яҙыусылары менән таныштырҙы. Балалар өсөн иң ҡыҙығы июль һанында сыҡҡан "Аҡбуҙат" журналы ине. Сөнки был һан "Урал батыр"ға арналған. Малайҙарҙың Урал кеүек батыр, ҡыҙҙарҙың Һомай кеүек һөйкөмлө булғылары килеүенә шаһит булдыҡ. Осорашыу аҙағында "Һомай" йырына бейеп, матур, сағыу милли кейемдәрҙә фотоға төштөк. Был осорашыу балаларға онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалыр.
Земфира ҒҮМӘРОВА, Яңы Мораптал ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе