

"Айыҡ ауыл" конкурсы көн кискә ауышты тигәндә, Шәбағышҡа килеп етте. Йәрминкә ойошторғандар, йыр-моң, тәбрик-алҡыштар.
"Дарите женщинам цветы" тип йырланы балалар, шул мәлдә сәхнәнән төшөп, ир-ат залдағы ҡыҙ затына гөлләмәләр бүләк итте. Бик матур тамаша булды был, ҡыҙ саҡтарын әллә ҡасан онотҡан инәйҙәр ҙә был мәлдә кире йәшлегенә ҡайтты кеүек, йөҙҙәре ныҡ яҡтырғайны.
Был сараларға бәйле материалдар гәзиттә баҫыласаҡ.