

«Юшатыр» редакцияһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан апай-абзыйҙар. Йыл һайын изге эш башҡарабыҙ: пенсионерҙарға, байрамдары менән ҡотлап, бүләк бирәбеҙ.
Беренсе булып, Тәлғәт Шаһманов килде. «Бүләк тигәс, иң тәүге булып, был йүгереп килеп еткән тиһендәр» тип шаяртты Тәлғәт Ғиндулла улы.
- Доға һымаҡ, йыл да бер үк һүҙҙәрҙе әйтәбеҙ: ҡатыныңдың, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, барлыҡ туғандарыңдың (Күмертауҙа, Ҡотлоюлда, Мәләүездә, башҡа тарафтарҙа йәшәгән) ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙаҡ йылдар иҫәнлектә йәшә әле, ағай. Беҙҙең тупһаны һыуытма, йүгереп кил дә ет, кил дә ет.
Ҡалған өсәүһе ҡайҙа? Улар әле килә ята. Үҙ яйҙары менән туған редакцияларына килеп етерҙәр. Һәм беҙ уларға ла ошо уҡ ҡотлау һүҙҙәрен әйтербеҙ: иҫән генә булығыҙ, апай-абзыйҙар.