

Түбәнге Баба ауылының өлкән йәштәге ләре ауыл хакимиәте, "Искра" хужалығы етәкселегенә ҙур рәхмәттәрен белдерә. Улар йыл һайын ололарҙы хөрмәтләп, байрам өҫтәле ойоштора. Быйыл да, ағинәйҙәр тырышлығы менән, һыйҙан һығылып торған мул өҫтәл әҙерләнде. Ололар күңелле викторина һорауҙарына яуап эҙләп, көлөшөп, йырлашып, бейешеп күңел астылар. Бөтә күңелен һалып тәмле итеп аш бешергән Исхакова Гөлгенә Әбделмән ҡыҙына ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, хужалыҡ етәксеһенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләнеләр. Илебеҙ хөкүмәтенә лә, ниндәй ауыр һуғыш барған мәлдә лә, шөкөр, пенсия түләй бит әле, рәхмәт, тип,тиҙерәк бөтһөн инде һуғыш, тип, доғалар уҡып таралыштылар. Бына шундай ул беҙҙең өлкәндәр:сабырҙар, түҙемлеләр, йәштәргә өлгө булырҙай.
Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы