Байрамдар
3 Октября 2025, 05:32

Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек

Урал ағай һаман шул көйө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүекУл һаман да ун һигеҙҙә кеүек
Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек

Уға нисә йәш икәнен дә белмәйбеҙ, дөрөҫөн әйткәндә, шуныһы ғына билдәле: күңеле һаман ун һигеҙҙә. Шундай уҡ шуҡ, шаян, дәртле. Ә бит Урал Ҡәйүпов үҙ ғүмерендә нужа-хәсрәттәрҙе күп  күргән, күргән – рухы һынмаған.

- Аяҡтар тыныслыҡ бирмәй (шуға машинанан төшөп тормайым), әле шуларҙы «йүнәтеп» йөрөйөм, - тине Урал Мөхәмәтйән улы, беҙ уға бүләк тапшырғанда, - атлап китеүгә өмөт бар.

Беҙ коллегабыҙҙы байрамы менән ҡотланыҡ, тағы ла оҙаҡ йылдар әлегеләй, бер нимәгә ҡарамай, бирешмәй, күңелде төшөрмәй, туғандар, балалар ҡайғыһы күрмәй, иҫәнлектә йәшәргә яҙһын – ағайыбыҙға беҙҙән теләк ошо.

Автор:
Читайте нас