

- Һәр кемдең тормошонда белем тауына әйҙәүселәр бар. Беҙҙең йылғы сығарылыш уҡыусыларын уҡытҡан уҡытыусыларҙың күптәре инде гүр эйәләре, урындары ожмахта булһын. Мәүсилә, Роза һәм Фирҙәүес апалар иҫән-һауҙар. Уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын. Балаларға белем бирәм тип тырышҡан, кешелекле педагогтар улар. Көн үтһен тип кенә түгел, ә булһын тип йөрөгән оло йөрәкле шәхестәр. Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы бер нисә йыл беҙҙең класс етәксебеҙ ҙә булды. Ул үҙе тормош иптәше менән өс бала үҫтерҙе. Кеше балалырына ул үҙ балаларына һымаҡ ҡараны. Уға ҡарата хөрмәт Мораптал ауылында ғына түгел, ә бөтә республикабыҙҙа ҙур. Асыҡ йөҙлө, кешелекле Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас Ҡөрьәндәр уҡый, ясиндар сығара, 89 йәшенә ҡарамаҫтан һаман да халыҡҡа хеҙмәт итә. Абыстай апабыҙҙы бөтә кеше хөрмәт итә. Алла бирһә, икенсе йылға 90 йәшен үткәрербеҙ тип планлаштырабыҙ. Фирҙәүес, Мәүсилә, Роза апаларымды һәм дә районыбыҙҙың барлыҡ ветеран уҡытыусыларын, эшләп йөрөгән педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Уҡытыусылар бит донъяны балҡытыусылар, кешелекте ҡотҡарыусылар, үрҙәргә әйҙәүселәр, балаларҙы һөйөүселәр, тормошто алға этеүселәр. Улар һәр ваҡыт хөрмәткә лайыҡлы кешеләр.