

Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, уҡытыусы һөнәре, абруйы һәр ваҡытта ла юғары, кәрәк һөнәр булып ҡала.
Уҡытыусыһы хөрмәтле булған ил – иң ҡеүәтлеһе, тигән мәғәнәле фекер әйткән аҡыл эйәләре.
Бөгөнгө көндә үҙҙәренең уҡыусыларына белем биреү менән бер рәттән, йәмғиәт, дәүләт, ауыл советы эштәрендә һәр саҡ әүҙем, мөһим сараларҙың ҡап уртаһында йөрөгән, шул иҫәптән милли баҫмаларҙың баһаһын күтәреүҙә, яҙылыуға төп этәргес көс булған уҡытыусыларыбыҙҙың баһаһын күтәреү, дәүләтебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең оло бурысы булып тора.
Яҡшымбәт мәктәбендә лә ҡыңғырау шылтырау менән уҡыусылар шатланып дәрескә ашыға.
Динә Лапина, башланғыс кластар уҡытыусыһы:
- Бөгөнгө балаларҙың шул ҡәҙәр тәрбиәле, тырыш, әүҙем, аҡыллы булыуына хайран ҡалам, һоҡланам. Дәрестәремде ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп алып барырға тырышам, - ти Динә Рәзиф ҡыҙы.
Байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы