

- М.Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт гимназия интернатына мин 6 класҡа уҡырға килдем. Бындағы уҡытыусылар барыһы ла күңелемә ятты. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт уны беҙ уҡыусылар бик яҡшы аңлайбыҙ. Гимназиябыҙҙың уҡытыусылары талапсан һәм ҡәтғи, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торалар. Класс етәксебеҙ Рәзилә Миҙхәт ҡыҙы Фәйзуллина беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтында гел ҡурсалап ҡына йөрөй. Бөтә уҡыусыларҙы ла бер тигеҙ күрә, айырмай. Һәр беребеҙгә иғтибарлы, беҙ ҙә уны бик ихтирам итәбеҙ һәм яратабыҙ. Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән барлыҡ уҡытыусыларыбыҙҙы ла ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем.