

Бишенсе кластан алып беҙҙең класс етәксебеҙ Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы булды. Элекке мәктәбемде һағынып иҫкә төшөрәм. Һаман да күҙ алдымда элекке беҙҙең мәктәптең коридоры, беҙҙең музей, беҙҙең дәрестәр. Беҙ шул тиклем бирелеп уҡыныҡ, мәктәп һәм класташтар менән үҙе бер ҙур ғаилә булып йәшәнек. Уҡытыусыларҙың йылмайыуҙары, беҙгә тырышып белем биреүҙәре, үҙебеҙҙең шул тиклем тырышып уҡығандарыбыҙ һаман да күҙ алдында тора. Ғүмерҙә лә онотолмаҫ беҙҙең волейбол, баскетбол, йүгереү һәм шахмат буйынса районға ярышҡа йөрөгәндәр. Шул тиклем тырышып әҙерләнә торғайныҡ. Һәр саҡ беҙҙе Илдар Зәки улы Исҡужин ярыштарға әҙерләгән ваҡыттар иҫкә төшә. Былай ғына ярыштарға йөрөмәнек, гел I, II призлы урындар ала торғайныҡ. Үҙемдең 26 октябрҙә тыуған көнөмдә райондың шахмат буйынса чемпион булғаным өсөн Илдар Зәки улына ҙур рәхмәтлемен.
Рәсимә СОЛТАНГӘРӘЕВА – МӘҺӘҘИЕВА, Өфө ҡалаһы